“Башланғыс башҡорт теле” проекты сиктәрендә 1-4 класс уҡыусылары өсөн әсбәптар донъя күрҙе. Республика Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған эштәр тураһында студиябыҙ ҡунаҡтары- Башҡортостандың Фән һәм мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Морат Ишемғолов һәм Башҡортостандың Милли мәғариф ресурс үҙәге директоры урынбаҫары, Педагогия фәндәре кандидаты Мәрхәбә Дәүләтшина менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.