Быйылғы йәй миҙгеле тарихҡа инде. Оҙайлы көслө ямғырҙар сәбәпле йылғалар ташып, ҡайһы бер ауылдарҙы һыу баҫты. Йәй тамам. Уға йомғаҡ яһап, көҙ миҙгеленә хас ҡайһы бер хәүефтәрҙе хәтергә төшөрөргә иҫәп. Был иртәне беҙҙең менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова ҡаршы алды.