Аҙнаға йомғаҡ

Көҙҙөң һуңғы тулы аҙнаһын йомғаҡлайбыҙ. Алдағыһында календарь буйынса ҡышҡа аяҡ баҫабыҙ, гәрсә әлегә көндәр көҙгөсә булһа ла. Ҡар яумай тороуы, бер яҡтан яҡшы, таҙартырға кәрәкмәй. Икенсе яҡтан, урамдарҙа саң булмаҫ ине. Хәйер, тәбиғәттең үҙ ҡанундары, беҙ уға ҡыҫыла алмайбыҙ. Фәлсәфәне ситкә ҡуйып, йәшәйешебеҙгә байҡау яһайыҡ. Был аҙнала иғтибар үҙәгендә булған ваҡиғаларға күҙ һалғанда, ошолайыраҡ улар:

Фото №1 - Аҙнаға йомғаҡ

- Әсәкәйем, минең берҙән-берем. Бөгөн - әсә көнө.

- Туҡһанды тултырып, йәки бер быуатҡа 10 аҙым. Башҡортостан радиоһы оло юбилейын билдәләне.

- Смарт – телефонға ғына ҡайтып ҡалмай. Өфөлә мәғлүмәт технологияларын киңерәк ҡулланыу темаһы тикшерелде.

- Ҡара болот бер саҡ таралыр. Рәсәй күген радиация болото ҡаплаймы? Белгестәр аңлатма бирә.

- Ҡала урамдарын махсус программа менән матурлайбыҙ. Быйылға "Ҡала мөхите" үтәлеше йомғаҡланды.

Ошо һәм башҡа хәбәрҙәр - беҙҙең "Даирә"лә.

Космонавтика көнө. Республика Башлығына халыҡ мөрәжәғәттәре. МЧС. Бизнес-шерифтар башланғысы.
Аҙна яңылыҡтары
Урмандар һәм янғын. Юлдар торошо. Штрафтар. Яҙғы хеҙмәткә саҡырыу. МХО. Яугирҙарға ярҙам мәсьәләһе.
Аҙна яңылыҡтары
Кешеләргә айыуҙар һөжүме. Тура Ҡытайға. Ташҡын эҙемтәләре. Хәйбуллалар Мхо-ға сираттағы ылау оҙатты.
Аҙна яңылыҡтары
Волна
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями