Аҙнаға йомғаҡ

Ниһайәт, ҡытайҙар ҙа яңы йылды ҡаршыланы, көнсығыш календары буйынса, ысын мәғәнәһендә, Эт йылы башланды. Беҙҙә февраль айы ҡарға һараныраҡ булһа ла, ижтимағи-сәйәси өлкәлә ваҡиғалар етерлек. Республикала министрлыҡ-ведомстволар йылға йомғаҡ яһай, төрлө форумдар үтеп тора. Беҙ ҙә уҙып барған аҙналағы мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға айырым туҡталып, уларға баһа бирергә тырышайыҡ. Шулай итеп ...

Фото №1 - Аҙнаға йомғаҡ

Төбәктәргә инвестициялар – киләсәккә инвестициялар. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге делегация Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумында ҡатнашты. Унда бер нисә мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Иҡтисад үҫеше – сәнәғәттә. Тармаҡҡа күберәк инвестициялар йәлеп итергә һәм экспортты арттырырға. Стәрлетамаҡта сәнәғәтте үҫтереү мөмкинлектәре өйрәнелде.

Һаман һыҙлай Афған яраһы – ҡайҙан ғына дауа табаһы…Башҡортостанда һуғышта һәләк булған яугир-интернационалистарҙы иҫкә алдылар. Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға быйыл 29 йыл тулды.

Үҙебеҙҙекен һайла һәм һатып ал. “Башҡортостан тауары” билдәһен танытыуҙа яңы алымдар өйрәнелә.

Мөхәббәт кемдәрҙе теҙләндермәй. Изге Валентин көнөн байрам итергәме, әллә юҡмы? Мөхәббәткә үҙебеҙсә дан йырлайбыҙ.

Космонавтика көнө. Республика Башлығына халыҡ мөрәжәғәттәре. МЧС. Бизнес-шерифтар башланғысы.
Аҙна яңылыҡтары
Урмандар һәм янғын. Юлдар торошо. Штрафтар. Яҙғы хеҙмәткә саҡырыу. МХО. Яугирҙарға ярҙам мәсьәләһе.
Аҙна яңылыҡтары
Кешеләргә айыуҙар һөжүме. Тура Ҡытайға. Ташҡын эҙемтәләре. Хәйбуллалар Мхо-ға сираттағы ылау оҙатты.
Аҙна яңылыҡтары
Волна
Акции БСТ