Беҙҙә ҡунаҡта - Хәлит Фәтихов

Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов бала саҡтан гармун моңона сорналып үҫә. Билдәле музыканттың атаһы Тимершәйех - оҫта музыкант була. Уның даны тирә-яҡҡа таралған була. Яҡташтары хәтерендә ул ғәжәп бай рухлы, бик дәртле, йомарт, киң күңелле кеше булып һаҡланған. Баянға һөйөү уның улдарына, ейәндәренә лә күскән. Хәлит Шәйех улының ижади һәләттәре һәм эшмәкәрлеге юғары профессионаллек, сағыу импровизация, виртуоз техника, ансамблде нескә тойоу менән айырылып тора. Ул — бик күп башҡорт һәм татар халыҡ көйҙәренең баян өсөн эшкәртмәләре авторы.

Фото №1 - Беҙҙә ҡунаҡта - Хәлит Фәтихов
Минең ҡаһарман яҡташым.
Өфө һөйләй
Башҡортостан фәне, беҙҙең ҡаҙаныштар, һуңғы йылдарҙағы үҙгәрештәр. Студия ҡунағы - БДМУ-ның аддитив технологиялар лабораторияһы инженеры Фәнир Килмөхәмәтов.
Өфө һөйләй
Ауыл тренеры.
Өфө һөйләй
Волна
Акции БСТ