Афзал Таһиров бала саҡтан етемлектә үҫеп, үҙ булмышы менән үҫешкән шәхес. Батша һуғыштарының әсеһен татыған шәхес БашЦик етәксеһе вазифаһына тиклем үҫә. Әҙиптең яҙған анкеталарынан билдәле булыуынса, ул, әсә теленән тыш, урыҫ, үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ телдәрен яҡшы белгән, төрөк, ғәрәп телен дә аңлаған.