Һәр төбәктең үҙенә генә хас тәбиғәте булған кеүек, шул тарафта йәшәүселәренең булмышы ла тәбиғәткә яраҡлашып китә. Сөнки, йәшәйештең талабы шулай. Тау- урманлы төбәктекеләр ағас оҫталығына, малсылыҡҡа яраҡлаша, ялан яғыныҡыларға игенселек ҡулай. Һәр хәлдә, шулай ти торғайны Бөрйән районының Иҙел буйындағы ауылдарының береһендә, Ҡотанда бик тә уңған ғаиләлә тыуып үҫкән ир - уҙаман Янсаф Хөснитдинов.