Үҙ заманының алдынғы ҡарашлы мөғәллимдәре Кесе Табын ерлегендә лә бихисап. Бөтөн Табын ырыуы башҡорттары араһында һәм унан ситтә лә билдәлелек алған дин әһеле, шул төбәктең совет заманындағы һуңғы Указлы муллаһы - мәғрифәтсе Мөхәммәтша Ҡаһарман улы Латипов.