Һәр заманда ла илгә уҡымышлы, тәүәккәл, сос кешеләр кәрәк. Үткән быуат башында белемгә ынтылыштары булған хәлдә лә күптәрҙең самалары саналарына тура килмәгәнгә уҡыу эләкмәй ҡала. Шулай ҙа, ихтияр көсө һәм етеҙлеге, ғәййәрлеге менән башҡаларҙан айырылып торған ир-уҙамандар бихисап булған. Тапшырыуҙағы һүҙебеҙ ҙә нәҡ шундай ир-уҙамандарыбыҙҙың береһе Юрматы бей нәҫеленән комиссар Сөйәрғолов хаҡында.