Һәр кемдең өлкәндәргә, тиңдәштәренә, йәштәргә ҡағылышлы күрһәтер эше була. Кемгәлер өлгө булайым тип тә атҡармай, ә күңел ҡушыуы буйынса үҙ бурысын үтәй ундайҙар. Мәҫәлән, яу юлында һәләк булыусыларҙы, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү - һәр кемдең изге бурысы. Сөнки, илебеҙ ҙур һынау алдында торған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр. Әйтәйек, Баймаҡ районынан яуға киткән ҡаһарман дарҙың береһе - Ғәйзуллла Сөләймәнов. Ул хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булып, һуңғы йылдарҙа ерләнгән урыны табыла. Шул хаҡта яугирҙең ҡыҙы - арҙаҡлы ғалимәбеҙ- Сәбилә Сөләймәнова һөйләй.