Мәшһүр затыбыҙҙың береһе, үҙ мәлендә исем- шәрифе Башкортостанда һәм тирә яҡта киң билдәле дин әһеле Ғатаулла ишан. тыуыуына 2016 йылда, йәғни алдағы йылда 180 йыл тула. Тыуған яғы Хәйбулла тарафында ошо датаға бәйле әҙерлек эштәре бара. Ишандың мәжмуғаи хәле, дини тормошо, дауа алымдары, һөргөндәге сағы, нәҫел- нәсәбен теркәгән шәжәрәһе тураһында яҙылған 2 тапшырыуҙы тыңларға саҡырабыҙ. Тапшырыуҙа Гатаулла ишандың ейәне Зәйнулла яугирҙең тауышы яҙылған яҙмаһы, бүләһе Иштуған уҙаманды, ғалимдар фекерен тыңларһығыҙ.