,,Бер ояның ете бөркөтө",- ти ил һаҡларға киткән яугир туғандары тураһында Салауат районы Малаяҙ ауылынан Көнһылыу Ғәлиева. Уларҙың береһе- Мәғзум атлы. 74 йыл үткәс кенә Орлов өлкәһендә һәләк булғанлығы беленә. Көнһылыу ханым һәр батыры хаҡында хәтирәләр барлаған, мәғлүмәттәр йыйған, альбом төҙөгән. Был юлы Орел өлкәһендә башын һалған бабаһының ҡәберенә тыуған ауылынан бер ус- тупраҡ- аманат тапшырҙы. Һүҙ бер ояла үҫкән 7 һаҡсы тураһында.