Илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтенән һуң яҙмыштары онотолоуға дусар булған шәхестәребеҙҙең исем- шәрифтәре асыла башлауы һәр кемгә мәғлүм. Әммә, ҡайһы берҙәренең яҙмышы әле лә өйрәнелмәгән, эшмәкәрлектәре, вариҫтары хаҡында ишеткәнебеҙ ҙә юҡ. Тапшырыуҙың сираттағыһы Дәүләтшиндар нәҫеленең аҫыл бер заты хаҡында булыр. Ул-Һамар башҡорто техник фәндәре докторы, профессор Хәмзә Ғәббәс улы.